|
|
Баһрам Гур фирүзә йәшел һарайҙа. 1524/1525 йылғы миниатюра. Герат мәктәбе. Метрополитен-музей, Нью-Йорк
«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Хафт пайкар) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән.
Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.
Поэманың яҙылыу ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. Низами Гәнжәүи үҙе ижадының һуңы тип атаған «Искәндәрнамә»не 1202 йылда тамамлаһа ла, нәҡ «Ете гүзәл» шағирҙың һуңғы поэмаһы тип һанала. Поэманы яҙыу сәбәбен аңлатҡан бүлектә Низами Көрпә Арслан шаһтан сапҡын килеп, уға поэма яҙырға заказ биреүен һөйләй. Поэма өсөн ҙур хаҡ вәғәҙә ителә, әммә тема һайлау хоҡуғы Низами Гәнжәүиҙә ҡала.
Баһрам тыуғас, аҡаһаҡалдар кәңәше буйынса уны ғәрәп батшаһы Номанға тәрбиәгә оҙаталар. Номан әмере буйынса, яңы Карнак һарайы төҙөлә. Бер заман һарай бүлмәләренең береһендә Баһрам ете илдән ете принцессаның портретын күрә һәм уларға ғашиҡ була.
Атаһы мәрхүм булғас, Баһрам Фарсияға ҡайта һәм тәхеткә ултыра. Батша булғас, Баһрам ете принцессаны эҙләтеп ала һәм уларға өйләнә. Ул архитекторға ҡатындарының һәр береһенә берәрҙән ете мөһабәт бина төҙөргә бойора. Архитектор Баһрамға, астрологияға ярашлы, һәр илгә, йәғни Ер шары бүленгән һәр «бүлкәткә» ете планетаның береһе тап килгәнен һөйләй һәм Баһрамға һәр һарайҙы шул планеталарға тап килгән төҫтәр менән биҙәргә кәңәш бирә. Баһрам архитектор тәҡдимен башта етди ҡабул итмәһә лә, һуңынан ризалаша.
Төҙөлөш тамамланғас, принцессалар үҙ һарайҙарына урынлаша. Баһрам һәр принцесса янына аҙнаның билдәле бер көнөндә килә: шәмбе — ҡара көмбәҙле һарайҙа йәшәгән һинд принцессаһына, уға Сатурн идара итә, йәкшәмбе — Төркөстан (Ҡытай) принцессаһына, ул Ҡояш хакимлығында һары көмбәҙле һарайҙа йәшәй, дүшәмбе — йәшел көмбәҙле һарайға Айға буйһонған хәрәзем принцессаһы янына, шишәмбе — ҡыҙыл көмбәҙле һарайҙағы һәм Марсҡа буйһоноулы славян принцессаһына, шаршамбы — Мәғриб принцессаһына, ул, Меркурийға буйһоноп, фирүзә йәшел көмбәҙле һарайҙа йәшәй, кесе йома — сандал ағасы төҫөндәге көмбәҙле һарайҙа йәшәгән Руми (Византия) принцессаһына, уға Юпитер идара итә, йома — Сулпан йондоҙона буйһоноп, аҡ көмбәҙ аҫтында йәшәгән Иран принцессаһы янына килә. Баһрам принцессалар эргәһенә уларҙың һарайы төҫөндәге кейем кейеп килер була. Һәр принцесса батшаға ниндәй ҙә булһа кәйефкә һәм уны асҡан төҫкә ярашлы тарих һөйләгән. Һәр новелланың сюжеты һөйөү кисерештәренә ҡорола, ҡара төҫтән аҡҡа күскәндә ябай хислелек илаһи мөхәббәткә алмашына бара
↪ дауамы…:
(122) |
|
|
|
Сәлимов Марсель Шәйнур улы (3 ғинуар 1949 йыл) — Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2021). 1988 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм 1976 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (2016). Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2021), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1998).
Марсель Шәйнур улы Сәлимов 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Борай районының Сәйет-Көрйә ауылында тыуған.
1956—1964 йылдарҙа үҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡый, 1966 йылда Ҡалтасы районының Красный Холм ауылындағы урта мәктәпте бөтөрә.
1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Бында яҡшы уҡыусы филологтарға бирелгән Радищев стипендияһын ала, уҡыу йортоның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм ғилми эштәр менән даими шөғөлләнгәне өсөн Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ һәм профсоюз комитеттарының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булып, 1971 йылда университетты «ҡыҙыл диплом» менән тамамлай.
Шул уҡ йылда, Совет Армияһының запастағы офицеры булараҡ, хеҙмәткә алына һәм СССР Ҡораллы Көстәренең Төньяҡ ғәскәри төркөмө составында Польша Халыҡ Республикаһы территорияһында ике йыл хәрби хеҙмәт үтә. Хәрби һәм сәйәси әҙерлектәге уңыштары, өлгөлө тәртибе һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы менән әрменән ҡайтҡан Марсель Сәлимов — отставкалағы майор.
1973 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген республика сатира һәм юмор журналы «Һәнәк»тә әҙәби хеҙмәткәр булып башлай. Журналистикала етерлек тәжрибә туплаған һәм абруйлы Свердловск юғары партия мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған Марсель Сәлимов 1980 йылда баҫманың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Был вазифала 2010 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.
↪ дауамы…
(111) |
|
|
|
| 18 ноябрь юбилярҙары
|
- Вуколов Филипп Николаевич, Вукулов-Эрлик (1902—28.07.1979), шағир һәм прозаик, драматург һәм фольклорсы, тәржемәсе һәм педагог, режиссер һәм музыкант, Башҡортостандың беренсе сыуаш композиторы. Төрлө йылдарҙа Бәләбәй районы Аделькин урта мәктәбенең сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Бәләбәй ҡалаһы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән Аделькин ауылынан.
- Вәлиев Хәниф Фәйез улы (1927—18.11.1991), комсомол, партия органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан ВЛКСМ-дың Дүртөйлө район комитетының сектор мөдире, 1953—1958 йылдарҙа КПСС райкомы инструкторы, 1962—1991 йылдарҙа БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхоз (хәҙер Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы) рәйесе. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1987). Ленин (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иванай ауылынан.
- Камалетдинов Ғәфүрйән Муллайән улы (1927—1986), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1952—1986 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Шишмә ауылынан.
- Солтанов Рәйес Зөлҡәрнәй улы (1937), инженер. 1952 йылдан Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы эшсеһе, 1967 йылдан хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер; 1970 йылдан — бүлексә идарасыһы; 1974 йылдан Темәс леспрохозының баш инженеры; 1986 йылдан — Темәс кирбес заводы директоры; 1995—1997 йылдарҙа «Һәүәнәк» совхозының хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Үҙән ауылынан.
- Галышева Юлия Порфирьевна (1947), китапханасы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районының Фёдоровка ауылынан.
- Лузина Ирина Александровна (1947—02.11.2001), ғалим-иҡтисадсы. 1976—1978 йылдарҙа һәм 1981 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1993 йылдан — Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡтисад институтының Өфө факультеты уҡытыусыһы; 1996—2001 йылдарҙа. Өфө технология сервис институтының кафедра мөдире, 2000 йылдан — мәғариф һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр өлкәһендә хеҙмәттәшлекте координациялау буйынса проректор. Иҡтисад фәндәре докторы (2000). Сығышы менән Молдавия ССР-ының Чимишлия ауылынан.
- Хәйруллин Сәлих Ғөбәйҙулла улы (1947), инженер, сәнәғәт өлкәһе һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1970 йылдан Бәләбәй ҡалаһындағы «Автонормаль» заводының (БелЗАН) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1980 йылдың октябренән 1984 йылдың июненәсә — предприятиеның партком секретары, 2002—2003 йылдарҙа заводтың генераль директоры. Бәләбәйҙең дүрт саҡырылыш ҡала советы, Бәләбәй район советы депутаты. Ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2001), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981), Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Суҡраҡлы ауылынан.
- Хәсәнов Ғәлийән Зәкир улы (1947), журналист, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1975—1987 йылдарҙа Күгәрсен районы «Слава труду» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире; мөхәррир урынбаҫары; 1987—1991 йылдарҙа — Нуриман районының «Красный ключ» гәзите мөхәррире. 1991 йылдан Башҡортостандың Юғары Советы Секретариаты редакция-нәшриәт бүлегенең әйҙәүсе һәм баш белгесе; 1995 йылдан — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты редакция-нәшриәт бүлегенең сектор мөдире һәм бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Сапыҡ ауылынан.
- Атанов Борис Сәйфулла улы (1952—15.01.2014), төҙөүсе. 1975—2013 йылдарҙа республика төҙөлөш ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2004), Рәсәйҙең почётлы (2007) төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Ивановка ауылынан.
- Журавлёв Сергей Иванович (1957), радиомеханик. 1979 йылдан Салауат, 1983 йылдан — Сибай радиотелевизион аппаратура ремонтлау заводтарының Баймаҡ участкаһы радиомеханигы; 2003 йылдан радиотелевизион аппаратура йүнәтеүсе шәхси эшҡыуар. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
|
|